

Ғәҙәттә, ир кеше ҡатыны менән балаларын ҡалдырып китһә, был бер кемде лә әллә ни аптыратмай. Тормош шулай инде тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Ә бына әсә кеше балаларын иренә ташлаһа... Ә бер юлы биш балаһын да ҡалдырһа... Бындай ирҙәргә һоҡланмай сара юҡ. Шундай атайҙарҙың береһе тураһында ошо көндәрҙә “Сибайский рабочий” баҫмаһы һөйләне.
Батыр Бәхетйән улы Изиков бер юлы биш бала тәрбиәләй. Уларҙың иң ҙурына – 15, иң бәләкәйенә ике йәш. Нисек улай килеп сыҡҡан һуң? Ғаиләлә тыуған дүртенсе сабыйға бер йәш тә өс ай булған саҡта әсә кеше балаларын иренә ҡалдырып сығып китә. Ул икенсе тапҡыр кейәүгә сыға, унда тағы бер ҡыҙға ғүмер бирә. Әммә тормош шарттары насар булғанлыҡтан, ул сабыйҙы ғаиләнән тартып алалар һәм Силәбе өлкәһендәге балалар йортона ебәрәләр.
Ошо ҡыҙыҡайға ике йәш тулғас, опека бүлеге Батыр Бәхетйән улына уны тәрбиәгә алырға тәҡдим итә. Оло йөрәкле ир өлкән ҡыҙҙары менән кәңәшләшә лә, бәләкәй Илзидәне үҙ ғаиләһенә ала. Шулай итеп, ғаиләлә балалар бишәүгә етә.
– Мин һәр ваҡыт ҙур, татыу ғаилә тураһында хыяллана инем. Әммә балаларҙы бер үҙем тәрбиәләрмен тип башыма ла инеп сыҡманы. Үҙем тулы ғаиләлә үҫтем, дүрт апайым һәм өс ағайым булды. Атайым менән әсәйем Хәйбулла районында совхозда эшләне, – тип һөйләй Батыр Бәхетйән улы.
Ир табип булырға хыяллана, хатта Сибайҙағы медицина училищеһына инер өсөн имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Әммә атаһы ауылға ҡайтырға ҡуша, улы уны тыңлай. Хәҙер ир бының өсөн үкенә. “Балаларыма гел әйтәм: уҡығыҙ, һөнәр алығыҙ, юғиһә минең кеүек ауыр физик хеҙмәт менән шөғөлләнергә тура киләсәк, тием”, – ти ул.
Батыр Бәхетйән улы 16 йәшендә көтөүсе булып эшләй башлай, армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Һуң ғына өйләнә, уға - 36, кәләшенә 19 йәш була. Өсөнсө балалары тыуғас, әсәлек капиталына йорт һатып алалар. Ғаилә башлығы вахта менән йә Өфөлә, йә Мәскәүҙә эшләй. Шул ваҡытта ҡатыны балаларын ҡалдырып юғала башлай, иҫерткес эсемлектәр менән мауыға. Ир кеше ҡатынын дөрөҫ юлға баҫтырырға, ғаиләһен һаҡларға тырыша. Айыҡ сағында бик тырыш ҡатын була, әммә күп тә тормай кире эсә башлай һәм бар донъяһын онота. Бәләкәй улдарына 1,3 ай булғанда ул бөтөнләй сығып киткән.
Был саҡта ирҙең әсәһе лә вафат була һәм балаларҙы ҡарар кеше ҡалмай.
– Миңә ауылда ҡалып, балаларҙы үҙемә тәрбиәләргә тура килде. Тик аҡса ла кәрәк, шуға күрә Сибайға күстек, ике бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алдыҡ, ҡаланың коммуналь хеҙмәттәр хеҙмәтенә ағас ҡырҡыусы булып урынлаштым. Ваҡытлыса ҙур ҡыҙҙарҙы Хәйбулла районының Сиҙәм ауылындағы мәктәп-интернатҡа ебәрҙем, уртансы улым Ильясты урта мәктәпкә, бәләкәй Риязды балалар баҡсаһына бирҙем, – тип һөйләй Батыр Бәхетйән улы.
Һуңғараҡ ул бөтә балаларын да янына ҡайтара, шул иҫәптән Илзидәне ҡыҙлыҡҡа ала. Әлеге ваҡытта бәләкәй ҡыҙ менән Рияз “Тылсымлы” тип аталған туберкулезға ҡаршы балалар шифаханаһында дауалана.
– Розалина ҡыҙым ауылда спорт менән шөғөлләнә ине, бында Сибайҙа ла күңеленә ятҡан шөғөл табыр тип ышанам. Балалар үҙаллы, өйгә эштәрен үҙҙәре башҡара, мин контролдә тотам. Кис ашарға әҙерләйем, – ти ир. – Элекке ҡатаным балалар тураһында бик уйламай, ҡыҙҙар уның менән теләге буйынса ғына осраша. Ҡатын-ҡыҙ балаларын ташламаһын ине, ниндәй генә алтын ир булмаһын, ул-ҡыҙҙарға әсә мөхәббәте һәм иркәһе бик кәрәк шул.
Ғаиләгә еңел түгел. Ирҙең 23 мең һум эш хаҡы һәм балалар пособиеһы ғына етмәй. Изиковтар ғаиләһенә изге йөрәкле кешеләр ярҙам итә. Иҫке Сибайҙан исемен әйтергә теләмәгән эшҡыуар уларға даими рәүештә ит килтереп тора, ҡала советы депутаты Эмиль Йәрмөхәмәтов бер йәшник емеш-еләк ҡалдырған, “Ышаныс” граждандарға ярҙам итеү үҙәге ғаилә башлығына кейем алып биргән. Шулай уҡ ҡаланың социаль хеҙмәттәре лә булышлыҡ ҡыла.
Әле уларҙың төп проблемаһы – торлаҡ мәсьәләһе. Райондағы йортта йәшәп булмай, һатыуы ла ауыр.
Ә яңыраҡ ҡаланың фотографы Руслан Ҡәйетҡолов һәм “Ангел” студияһы уларға фотосессия бүләк иткән. Ғаилә өсөн был ысын байрамға әйләнгән, быға тиклем уларҙың бер дөйөм фотоһы ла булмаған. Тик бәләкәй Илзидә генә бында эләкмәгән, уны шифахананан ебәрмәгәндәр.
Фото һәм сығанаҡ: "Сибайский рабочий".