СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
20 Декабрь 2022, 08:20

6,5 меңдән ашыу ғаилә ағзаһы 20 мең һум аҡса алды

    

6,5 меңдән ашыу ғаилә ағзаһы 20 мең һум аҡса алды6,5 меңдән ашыу ғаилә ағзаһы 20 мең һум аҡса алды
6,5 меңдән ашыу ғаилә ағзаһы 20 мең һум аҡса алды

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының 19 декабргә мәғлүмәттәре буйынса, мобилизацияланғандарҙың 6,5 меңдән ашыу ғаилә ағзаһы 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алды. Бынан алда «Башинформ» граждандарҙың банктағы иҫәптәренә аҡсаның 15 декабрҙә күсерелә башлауы тураһында хәбәр иткәйне.

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаилә ағзаларына 20-шәр мең һум түләү тураһында ҡарарҙы Радий Хәбиров ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына матди ярҙам күрһәтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 105,8 миллион һум аҡса бүленгән. Аҡса хәрбиҙәргә һәм уларҙың ҡатындарына, бәлиғ булмаған балаларына, шулай уҡ көндөҙгө бүлектә колледжда йәки вузда уҡыған 23 йәшкә тиклемге балаларына  бирелергә тейеш.

фото һәм мәғлүмәт:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас