СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
12 Декабрь 2022, 09:11

Был аҙнала мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә 20-шәр мең һум аҡса түләнә башлай

-

Был аҙнала мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә 20-шәр мең һум аҡса түләнә башлайБыл аҙнала мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә 20-шәр мең һум аҡса түләнә башлай
Был аҙнала мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә 20-шәр мең һум аҡса түләнә башлай

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә Яңы йылға 20-шәр мең һум аҡса ошо аҙнала уҡ түләнә башлай. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

«Тәүге түләүҙәр был аҙнала башлана», — тине ул.

Уның һүҙҙәренсә, 11 декабрҙә кискә аҡса юллау өсөн 4 141 ғариза килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 декабрҙә Радий Хәбиров мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-12/semi-mobilizovannyh-nachnut-poluchat-vyplaty-po-20-tysyach-rubley-na-sleduyuschey-nedele-lenara-ivanova-3067552

Автор:Ләйсән Закирова.
Фото:Олег Яровиков.
Автор:
Читайте нас