Хәйбулла районында тауыш биреүселәргә Рәсәй Президентын һайлау тураһында адреслы мәғлүмәт биреү дауам итә. "ИнформУИК" проекты буйынса уҙған ял көндәрендә яуаплы кешеләр үҙҙәренең һайлау участкаларында әүҙем эшләне.
Дөйөм алғанда районда 10786 йортто урап үтеү планлаштырыла, әлеге ваҡытта участка һайлау комиссиялары ағзалары 3270 өйҙә булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 17 февраленән 7 мартҡа тиклем Хәйбулла районы участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙың өйҙәренә (фатирҙарына) барып, мөһим сәйәси ваҡиға тураһында мәғлүмәт еткерәсәк.