2024 йылдың 17 февраленән 7 мартҡа тиклем Хәйбулла районы участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙың өйҙәренә (фатирҙарына) барып, мөһим сәйәси ваҡиға тураһында мәғлүмәт еткерәсәк. Улар бына нимә тураһында һөйләйәсәк:
* алда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙар үтәсәге тураһында;
* мөмкин булаған тауыш биреү юлдары;
* һеҙҙең һорауҙарға яуап бирәсәк;
* тауыш биреү исемлеген аныҡлаясаҡ.
Һайлауҙы ойоштороусылар эш уңайлы булһын өсөн смартфондағы ҡушымта менән файҙаланасаҡ.
Участка һайлау комиссиялары ағзаларын һәр кем таный ала. Сөнки уларҙың һәр береһендә танытма, рәсәй флагы төҫөндә күкрәккә таға торған билдә, аҡ өҫ кейеме һәм Президент һайлауҙары логотибы менән сумка була.
Участка һайлау участкаһы ағзаларының эшен аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙар өс рәттән, йәғни 2024 йылдың 15, 16 һәм 17 мартында үтә.
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарҙа тауыш биреү ысулдар2024 йылдың 15, 16 һәм 17 мартында иртәнге 8-00-дән 20.00 сәғәткә тиклем һайлау участкаһында тауыш бирергә мөмкин.
* 2024 йылдың 11 мартына тиклем үҙегеҙ теләгән бер территориаль һайлау участкаһына, күп фукнциялы үҙәккә, “Дәүләт хеҙмәте” берҙәм порталы аша.
* 6 марттан 11-нә тиклем—үҙегеҙ теләгән участка һайлау комиссияһына.
Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 2-25-17 телефоны аша Хәйбуцлла районы территориаль һайлау участкаһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Хәйбулла районы территориаль һайлау комиссияһы.
Фото: Олег Яровиков