

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 августа Әбйәлил районында мөһим иҡтисади ваҡиға булды. Бында “Ласселсбергер” компаниялар төркөмөнә ҡарамаған “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм аҡ цемент етештереү заводы асылды. Тантаналы сарала ил Президенты Владимир Путин да ҡатнашты.
Сараға саҡырылған ҡунаҡтар аҙаҡ яңы етештереү буйынса үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. “Газпром Межрегионгаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Альберт Лоҡманов белдереүенсә, яңы завод газда эшләйәсәк. Был ошоноң ише етештереүҙәр өсөн иң экологик яғыулыҡ төрө һанала.
– Был беҙҙең республика өсөн бик әһәмиәтле сара. Яңы завод үҙе етештергән тауар менән бар республиканы тәьмин итәсәк, шулай уҡ уны экспортҡа ла ебәрәсәк. Беҙҙең компания иһә бында 13,5 километр оҙонлоғонда газ үткәргес төҙөнө, цехтарға газ үткәрҙе һәм ҡаҙанлыҡтар төҙөнө, – тине ул.
Фото: Башинформ.