

Бөгөн Башҡортостанда Рәсәйҙә иң беренсе Cemix ProWhite заманса юғары технологиялы заводтың асылыу тантанаһы уҙҙы. Ул аҡ цемент етештереүҙә махсуслаша. Рәсми тантанала Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты.
«Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыуыма бик шатмын һәм иң ҙур инвестиция проектын уңышлы ғәмәлгә ашырыу менән ҡотлайым. Был Рәсәй һәм Австрия араһында тығыҙ инвестиция хеҙмәттәшлегенең асыҡ миҫалы. Төҙөүселәрҙе, технологтарҙы һәм заводтың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән һәр береһенә рәхмәтемде белдерәм. Продукция илдең хәҙер әүҙем үҫешкән һәм төҙөлөш тармағында юғары һорау менән файҙаланаласағына ышанам.Заводта алдынғы технологиялар һәм иң яҡшы донъя тәжрибәләре ҡулланылыуы бик мөһим, етештереү процессы тәбиғәтте һаҡлауҙың иң юғары талаптарын үтәүҙе иҫәпкә ала», — тине Владимир Путин.
Австрияның федераль канцлеры Себастьян Курц видеомөрәжәғәт аша сәләмләне. Ил өсөн уникаль булған Әбйәлил районындағы завод бөгөн сафҡа инде һәм ул Австрия Республикаһының төҙөлөш һәм сеймал материалдарын етештереүсе Lasselsberger холдингы бүлексәһе булып тора.
Фото:Башинформ.