

Башҡортостанда мөһим ваҡиға – “Ласселсбергер” холдингына ҡараған “Цемикс” ҡоро ҡатнашмалар һәм аҡ цемент етештереү заводы эшләй башланы. Кисә уны асыу тантанһы Әбйәлил районында булды. Рәсми тантанала Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. Сарала “Ласселсбергер” компанияһын булдырған Йозеф Ласселсбергер ҙа ҡатнашты. Ул ни өсөн “Цемикс” заводын төҙөү өсөн Башҡортостан һайланыуын аңлатты. Сәбәп ябай: улар республика етәкселеге менән ыңғай эшләй.
“Беҙ даими ярҙам һәм ҡатнашлыҡ тоябыҙ. Төбәк кимәлендә бик ҙур ярҙам алдыҡ, ул компаниябыҙ эшмәкәрлеге өсөн уңайлы эш шарттары булдырҙы. Бының өсөн Башҡортостан етәкселегенә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Беҙ артабан да бында эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтергә һәм республика менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә йыйынабыҙ. Башҡа юл юҡ”, – тине Йозеф Ласселсбергер журналистар һорауына яуап биреп.
Фото: Башинформ.