

Кисә Әбйәлил районында “Цемикс” заводын асҡандан һуң, ил Президенты Владимир Путин предприятие эшселәре һәм төҙөүселәр менән осрашты. Тәү сиратта ул төҙөүселәрҙе етеп килгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Билдәле буйынса, төҙөүселәр көнө был йәкшәмбе билдәләнә.
“Был байрам менән яңы заводты төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемде, шулай уҡ барлыҡ Рәсәй төҙөүселәрен, инженерҙар, архитекторҙар, проектлаусылар һәм башҡа төҙөлөш һөнәре вәкилдәрен тәбрикләйем. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәттә лайыҡлы рәүештә ҙур ихтирам һәм хөрмәт менән баһалана. Төҙөү, булдырыу – ошонан да ҡыҙығыраҡ һәм хөрмәтлерәк һөнәр юҡ", – тине Владимир Путин.
Төҙөүселәр Президенттан эшсе һөнәрҙәргә мөнәсәбәте һәм август аҙағында Өфөлә үтәсәк “WorldSkills” сараһына килеүе мөмкинлеге тураһында һорашты.
– Беҙҙә электән шулай килә, эшсе класс – алдынғы көс. Тик әле эшсе һөнәрҙәр мәғәнәһе үҙгәрә башланы. Инженерлыҡ белемдәре булмаһа, эшләп булмай. Эшселәр ҡатмарлы ҡорамалдар, ҙур мәғлүмәтле пилотһыҙ аппараттар менән эшләй. Тик ни тиклем ҡатмарлыраҡ, шул тиклем ҡыҙығыраҡ. Билдәле булыуынса, мәктәпте тамамлағандарҙың 60 проценты эшсе һөнәрҙәр алырға планлаштыра. Ғөмүмән, иҡтисад уңышы эшселәрҙе әҙерләүҙән тора. “WorldSkills” был йәһәттән ныҡлы этәргес булды. Ошо хәрәкәт арҡаһында эшсе класҡа ихтирам арта. Башҡортостан милли чемпионат финалын юғары кимәлдә үткәрә алыр тип ышанам. Ҡатнашыусылар һаны һәм компетенциялар һаны буйынса был сара Ҡазанда үткән донъя беренселегенән юғарыраҡ буласаҡ. Килә алырмынмы, юҡмы, әлегә әйтә алмайым, тик тырышырмын, – тине Президент.
Фото: Башинформ.