

Бөгөн Әбйәлил районында “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү заводы асылды. Заводты сафҡа индереүҙең символик төймәһенә ил Президенты Владимир Путин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, инвестор – “Ласселсбергер” компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер баҫты.
Ҡунаҡтарҙы сәләмләү телмәрендә инвестор Башҡортостан етәкселегенә үҫеш өсөн уңайлы шарттар булдырғанға рәхмәт әйтте. Ул республикала етештереүҙе киңәйтеү ҡарары тураһында ла белдерҙе. Уның белдереүенсә, яңы етештереү компанияның Ырымбур, Силәбе һәм Мәскәү өлкәһендәге яңы заводтары менән берлектә Сибай ҡалаһында ла асыласаҡ. Ә бөгөн Әбйәлил районында асылған заводты Йозеф Ласселсбергер донъялағы иң замансаһының береһе тип атаны.
“Һуңғы йылдарҙа беҙ фантастик завод булдырып ҡына ҡалманыҡ, ә Башҡортостан Республикаһының һоҡланғыс үҫешенә шаһит та булдыҡ. Иҡтисади күтәрелеш һәр бер аҙымда тойола. Беҙҙең предприятие ла быға үҙ өлөшөн индерә алыуына мин бик шатмын”, – тине ул заводты асыу тантанаһында.
Йозеф Ласселсбергер һөйләүенсә, компанияла 1300 кеше хеҙмәт итә. Илдең төрлө мөйөштәренән килгән был талантлы кешеләргә квалификация күтәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Билдәле булыуынса, “Ласселсбергар” компанияһы төҙөлөш һәм биҙәү материалдары етештерә. Рәсәй баҙарында улар 20 йылдан ашыу эшләй. Башҡортостандығы тәүге филиалдары 2006 йылда Өфө янында барлыҡҡа килде, бында керамик плитә етештереү заводы эшләй.
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-08-06/sibay-a-la-zavod-bulasa-2453314
Фото: Олег Яровиков.