Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2024, 05:44

Юғалған балыҡсыларҙың береһен тапҡандар...

  

Юғалған балыҡсыларҙың береһен тапҡандар...Юғалған балыҡсыларҙың береһен тапҡандар...
Юғалған балыҡсыларҙың береһен тапҡандар...

Башҡортостанда ҡотҡарыусылар 7 ноябргә ҡарай төндә Ағиҙел йылғаһында юғалған балыҡсыларҙың береһен тапҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов үҙенең Телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир батып үлгән.

Уның кәүҙәһен 2 метр тәрәнлектә табалар. Тағы бер юғалған кешене эҙләү дауам итә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, балыҡсылар 7 ноябргә ҡарай төндә юғалған. Ваҡиға мәлендә кәмәлә өс кеше була. Уларҙың береһе ярға үҙ аллы сыға, ә ҡалған икәүһе хәбәрһеҙ юғалған.

фото:Кирилл Первовтың ТГ-каналы

Юғалған балыҡсыларҙың береһен тапҡандар...
Юғалған балыҡсыларҙың береһен тапҡандар...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас