Ағиҙел йылғаһы буйында, Ағиҙел ҡалаһы тирәһендә ике ирҙе эҙләү дауам итә. Ҡотҡарыусылар 1000 квадрат метр акваторияны, 500 метр яр буйын тикшергән. Эҙләү барышында юғалғандарҙың буш кәмәһе табыла.
«Эҙләүгә бөтәһе 14 кеше, 2 берәмек техника һәм 2 йөҙөү сараһы йәлеп ителгән», — тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 ноябрҙә Ағиҙел йылғаһында өс ир-егет менән кәмә ауҙарылғайны. Ваҡиға мәлендә кәмәлә өс кеше була. Уларҙың береһе ярға йөҙөп сыға, ә ҡалған икәүһе хәбәрһеҙ юғалған.