Яңылыҡтар
5 Октябрь 2024, 05:08

Яңы йылға ҡиммәтле бүләктәр отҡоң киләме?

“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә һәм тағы ла республиканың бер баҫмаһына яҙылып, квитанцияларҙы Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында телевизор, ноутбук, ҡар таҙартҡыс машина, һыуытҡыс камера, робот-пылесос һәм башҡа бүләктәр уйнатыла. Еңеүселәрҙе билдәләү тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында үтәсәк. Квитанцияларҙың күсермәһен һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе 2025 йылдың 15 ғинуарына тиклем https://podpiska.rbsmi.ru/add.html сайтында тултырырға кәрәк.

Яңы йылға ҡиммәтле бүләктәр отҡоң киләме?Яңы йылға ҡиммәтле бүләктәр отҡоң киләме?
Яңы йылға ҡиммәтле бүләктәр отҡоң киләме?

Матбуғатҡа яҙылыу барышында “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто быйыл да “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” республика акцияһы иғлан итә. “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә һәм тағы ла республиканың бер баҫмаһына яҙылып, квитанцияларҙы Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында телевизор, ноутбук, ҡар таҙартҡыс машина, һыуытҡыс камера, робот-пылесос һәм башҡа бүләктәр уйнатыла. Еңеүселәрҙе билдәләү тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында үтәсәк. Квитанцияларҙың күсермәһен һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе 2025 йылдың 15 ғинуарына тиклем https://podpiska.rbsmi.ru/add.html сайтында тултырырға кәрәк. Иғтибар итегеҙ: бүләк отоштарында ҡатнашыу өсөн гәзит-журналдарға кәмендә алты айға яҙылыу мотлаҡ! 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Рәйсә Ғәлиева "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенә яҙылып, ҡар таҙартҡыс машинаһын отҡайны. Быйыл Мәмбәт ауылынан Сәлимә Ҡарабаева робот-пылесос отоп бик ҡыуанды, ә быға тиклем хәйбуллалар ноутбук һәм планшетҡа эйә булды. Бәлки был юлы уңыш һеҙгә йылмайыр?

Әйткәндәй, 2024 йылдың 4 октябренән 14 октябренә тиклем 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына һәм бер йылға «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» район гәзиттәренә льготалы яҙылыу буйынса декада иғлан ителә.
Был осорҙа район гәзиттәренә почта аша 10 процент ташлама менән яҙылыу мөмкинлеге бар.
 
Аҡъяр ауылы халҡы редакцияла 4 октябрҙән 24 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙыла ала. Был осорҙа хаҡтар түбәндәгесә буласаҡ: редакциянан үҙ аллы килеп алыусылар өсөн: 6 айға – 756 һум, 12 айға – 1404 һум; өйгә илтеп ҡуйыу: 6 айға – 864 һум; 12 айға – 1404 һум.
 
Яҙылыусылар араһында төрлө шәп бүләктәр уйнатабыҙ. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияла теркәргә йәки https://vk.com/club154583724 төркөмөнә ебәрергә кәрәк.  Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!
Автор:
Читайте нас