Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Февраль 2022, 10:33

Вәзәмдән Рәйсә Ғәлиева ҡар таҙартҡыс машина отто!

Һеҙ ҙә, “Хәйбулла хәбәрҙәре”нә һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, ҡиммәтле бүләк ота алаһығыҙ!

Вәзәмдән Рәйсә Ғәлиева ҡар таҙартҡыс машина отто!
Вәзәмдән Рәйсә Ғәлиева ҡар таҙартҡыс машина отто!

Башҡортостанда 2022 йылдың икенсе яртыһына киң мәғлүмәт сараларына алдан яҙылыу кампанияһы башланды. 1 февралдән 31 мартҡа тиклем Башҡортостан халҡы республика, ҡала һәм район матбуғат баҫмаларын элекке хаҡ буйынса алдырыу мөмкинлегенә эйә.


Яратҡан баҫмаларыбыҙға почта бүлексәһендә йәки онлайн тәртибендә яҙылырға була. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто гәзит-журналдарға бер нисә минут эсендә яҙылырға тәҡдим итә.
Онлайн-яҙылыу сервисынан rbsmi.ru сайтында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтына инеп, «Яҙылыу» бүлегендәге гәзит-журналдың баҫма йәки электрон версияһын (шәхси кабинетта) һайларға һәм яҙылырға кәрәк.


Бынан тыш, баҫмаларға яҙылғандар, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто тарафынан үткәрелгән «Яҙыл һәм бүләк от» конкурсында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн 2 баҫмаға – бер республика һәм бер район баҫмаһына яҙылыу шарт. Бүләктәр 2022 йылдың июль аҙағында Башҡортостан Юлдаш телеканалында тура эфирҙа уйнатыла.
Квитанцияларығыҙҙы «Яҙыл һәм от» тигән билдә ҡуйып, 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресы буйынса, йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.


Бынан тыш, республика,  район һәм ҡала гәзит, журналдары редакциялары ла үҙҙәренең конкурстарын ойоштора. Тулыраҡ мәғлүмәт менән баҫма биттәрендә йәки электрон ресурстарҙа танышырға мөмкин

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: