Яңылыҡтар
16 Август 2024, 15:03

Балыҡсы 15 килограмлыҡ суртан тотҡан!

  

Балыҡсы 15 килограмлыҡ суртан тотҡан!Балыҡсы 15 килограмлыҡ суртан тотҡан!
Балыҡсы 15 килограмлыҡ суртан тотҡан!

Башҡортостанда өсөнсө көн рәттән балыҡсыларҙың рекордтары хаҡында хәбәрҙәр килә. Был юлы Көйөргәҙе районында йәшәүсе Юрий Попов Аҡсар һыуһаҡлағысында ғәйәт ҙур балыҡ тотҡан. Уның ауырлығы 14,8 кг тәшкил иткән.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Әбйәлил районында балыҡсының 1 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы, ауырлығы 8,5 килограмм тартҡан суртан тотоуы хаҡында хәбәр иткәйне.  

Автор: Элина Әхмәтова 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас