Әбйәлил районының Булат ауылында йәшәүсе Азат Ғүмәров гигант суртан тотҡан. Был хаҡта «Әбйәлил» район гәзите хәбәр итә.
Атауҙы күлендә тотолған балыҡтың оҙонлоғо — 1,05 метр, ауырлығы — 8,5 килограмм.
«Уға 20 йәш тирәһе барҙыр, кәм түгел. 15 минут буйы икебеҙҙең арала көрәш барҙы, суртан хәлдән тайып ярға сыҡҡансы. Нисек бар, шулай туңдырғысҡа һалып торҙом. Ашайбыҙ. Ҡурып ашарға яратам», — ти балыҡсы.
Автор: Галина Бахшиева