Яңылыҡтар
30 Декабрь 2023, 05:21

Башҡортостанда ғинуар айына һауа торошо билдәле булды

     

Башҡортостанда ғинуар айына һауа торошо билдәле булдыБашҡортостанда ғинуар айына һауа торошо билдәле булды
Башҡортостанда ғинуар айына һауа торошо билдәле булды

Рәсәй Гидрометүҙәге 2024 йылдың ғинуарына һауа торошона фараз бирҙе. Уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан 1 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (-12,5° С).

Шул уҡ ваҡытта айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан күберәк булыуы күҙаллана (норма 25-45 миллиметр).

Бынан алдараҡ «Башинформ» Яңы йыл төнөнә һәм яңы йыл каникулдарына һауа торошо тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, 1 ғинуарҙан 9-ына тиклем Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас