Яңылыҡтар
29 Декабрь 2023, 10:35

Яңы йыл төнөндә ниндәй һауа торошо көтә?

-

Яңы йыл төнөндә ниндәй һауа торошо көтә?Яңы йыл төнөндә ниндәй һауа торошо көтә?
Яңы йыл төнөндә ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, йома, 29 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа, иртән айырым райондарҙа буран, юлдар тайғаҡ, урыны менән ҡар һырынтылары. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -7,-12° була.

Шәмбе, 30 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Төндә -9,-14°, аяҙытҡанда -19°, көндөҙ -2,-7°, төньяҡта -12°.

Йәкшәмбе, 31 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуа, көндөҙ көньяҡта епшек ҡар, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында  көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -3,-8°, аяҙытҡанда -13-18°, көндөҙ 0,-5°, төньяҡта -10°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-29/v-bashkirii-v-novogodnyuyu-noch-budet-holodno-i-snezhno-3586412

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас