МИЛЛИ ПРОЕКТ
18 Сентября , 17:44

Милли премияға ғаризалар ҡабул ителә

Ул ИТ проекттарҙы хуплауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Милли премияға ғаризалар ҡабул ителәМилли премияға ғаризалар ҡабул ителә
Милли премияға ғаризалар ҡабул ителә

Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының “Һанлы ҡарарҙар” милли премияһына ғаризалар ҡабул итеү бара. Ул һанлы иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән үҙебеҙҙең илдең ИТ-проекттарын дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Премияның икенсе миҙгеле йыл һайын уҙғарылып килгән “Һанлы ҡарарҙар” ИТ форумы сиктәрендә 6 октябрҙән 10-на тиклем Мәскәүҙә “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экономика данных”) үтәсәк.

Премияла ҡатнашыуға төрлө күләмдәге проекттар саҡырыла. Проекттар берҙәм критерийҙар буйынса баһаланасаҡ.

– “Һанлы ҡарарҙар” милли премияһы - Рәсәйҙең һанлы продукттарының һөҙөмтәлелегенә объектив баһа. Беҙҙең маҡсат – Рәсәйҙең көслө ИТ командалары үҫеүе өсөн шарттар тыуҙырыу, - тине Рәсәй Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Дмитрий Григоренко.

 

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас