МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Сентября , 11:14

Яңы технология сит ил һәм Рәсәй аналогтарын уҙа

Уны Башҡортостандың Евразия фәнни-белем биреү үҙәге резиденты һәм “ПЕГАЗ” холдингы инженерҙәры эшләне.  

Яңы технология сит ил һәм Рәсәй аналогтарын уҙаЯңы технология сит ил һәм Рәсәй аналогтарын уҙа
Яңы технология сит ил һәм Рәсәй аналогтарын уҙа

Башҡортостандың Евразия фәнни-белем биреү үҙәге резиденты, “ПЕГАЗ” холдингы инженерҙәры тәбиғи газды шыйығайтыуҙың гибридлы технологияһын эшләне. Инженерҙар фекеренсә, ул һөҙөмтәлелеге буйынса сит ил һәм Рәсәй аналогтарын уҙа.  

Фән һәм технологияларҙың тығыҙ бәйләнештә эшләүе “Фән һәм технологиялар ун йыллыҡтары” йүнәлеше буйынса ил һәм йәмғиәт өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү бурыстарына яуап бирә.

 – Сәнәғәт өсөн бындай эшләнмәләр стратегик әһәмиәткә эйә. Үҙебеҙҙең тәбиғи газды шыйығайтыу технологияһы Ватан технологик базаһын булдырыуҙы, производство процестары һөҙөмтәлелеген күтәреүҙе һәм сит ил ҡарарҙарына бәйлелекте кәметә. Башҡортостан өсөн бындай компетенцияларҙың республика эсендә сәнәғәт предприятиеһы һәм фәнни-белем биреү мөхите берлегендә булдырылыуы айырыуса мөһим, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Бөгөн донъялағы шыйығайтылған тәбиғи газ заводтарының 70 проценттан ашыуы тропик климатта урынлашҡан. Арктика төбәге, газ запастары ҙур булыуына ҡарамаҫтан, сағыштырмаса аҙ үҙләштерелгән. Йылы климатта эшләнгән технологияларҙың Алыҫ Төньяҡта ниндәй һөҙөмтә күрһәтеүе асыҡ та түгел ине.

– Өфөләге эшләнмәләр Арктикала ла, тропик ерҙәрҙә лә һөҙөмтәле эшләүгә иҫәпләнгән. Уны Башҡортостандың Евразия фәнни-белем биреү үҙәге резиденты һәм “ПЕГАЗ” холдингы инженерҙәры  эшләне. Был заман проекттарында яңы технологиялар уйлап табыуҙа  ике төп өлкәнең берләшеүен күрһәтте. Технологияның Рәсәйҙә булдырылыуы фән һәм сәнәғәт тармаҡтары өсөн технологик суверенитетҡа һәм бойондороҡһоҙлоҡҡа мөһим аҙым тигән һүҙ, – тине Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы  директоры Андрей Кулаков.

Рәсәйҙә иҡтисадты үҫтереүгә дүрт милли проект арналған. Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика” бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно- һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. Һигеҙ милли проект илдең технологик яҡтан өҫтөнлөгөн тәьмин итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проекттар 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас