

Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары 1000 градустан юғары температурала эшләй алған сәнәғәт торбалы электр йылытҡыстарын (ТЭН) эшләгән. Эш “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) буйынса алып барылды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.
Һөҙөмтәгә йылытҡыстың махсус конструкцияһы, махсус һайланған диэлектрик тултырғыс составы, шулай уҡ изоляция яһау һәм һалыуҙың үҙ технологиялары иҫәбенә өлгәшелә. Был ТЭН-дар ҙур габаритлы ҡатмарлы профилле деталдәрҙе тигеҙ йылытыуҙы тәьмин итә, деталдәрҙең төрлө формаларына үҙгәрергә мөмкин һәм энергия юғалтыуҙы кәметергә ярҙам итә.
Электр йылытҡыстарҙы резервуарҙарҙы таҙартыу, нефть һәм газды айырыу, пресс-формаларҙы йылытыу һәм локаль термик эшкәртеү өсөн ҡулланырға мөмкин. Аэрокосмос сәнәғәтендә бындай ТЭНдарҙы самолет конструкцияһы элементтарын йылытыу, бактарҙа температураны һаҡлау һәм техник хеҙмәтләндереү ваҡытында ҡорамалдарҙы йылытыу өсөн ҡулланалар.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә - мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ Донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: национальныепроекты.рф