МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Сентября , 09:17

Ауыл балаларының ҡыуанысы: Төҙөкләндерелгән мәктәптәрҙә Белем байрамы

Көҙҙөң беренсе көнө. Йәй менән хушлашып, яңы миҙгелгә инеү генә түгел, белем усаҡтарында яңы уҡыу йылы башланыу ҙа әле. Балалар матур кейенеп, сәскәләр тотоп мәктәпкә ашҡына. Бына бөгөн дә балалар яңы үрҙәргә, ғилем тауҙарын яуларға тип парта артына ултырҙы.

Ауыл балаларының ҡыуанысы: Төҙөкләндерелгән мәктәптәрҙә Белем байрамыАуыл балаларының ҡыуанысы: Төҙөкләндерелгән мәктәптәрҙә Белем байрамы
Ауыл балаларының ҡыуанысы: Төҙөкләндерелгән мәктәптәрҙә Белем байрамы

Һамар һәм Сиҙәм ауылдары мәктәптәре лә капиталь ремонттан һуң, Белем көнөндә үҙ ишектәрен асты. Һамар мәктәбендә 116 бала уҡый, шуларҙың 6-һы тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Ә Сиҙәм мәктәбендә йәмғеһе 85 уҡыусы белем ала. Ремонт эштәре “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Һамар һәм Сиҙәм мәктәптәрендә төҙөкләндереү эштәре барышында биналарҙың йөҙө нигеҙҙән ҡыйыҡҡа тиклем үҙгәреп, фасадтары яңы төҫ ала. Стеналар, түшәмдәр һәм
иҙәндәр ремонтлана, яңы ҡорамалдар килтерелә. Эске һәм тышҡы инженер инфраструктураһы реконструкциялана. Эргә-тирәһендәге территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла: ҡоймалар алыштырылды, майҙансыҡтар асфальтланды, ә иң мөһиме – йомшаҡ япмалы спорт зоналары барлыҡҡа килде. Һамар һәм Сиҙәм мәктәптәре уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Белем көнө менән Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова, район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев ҡотлап, белем иленә юлға сығыр алдынан уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

–1 сентябрь — уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, барыбыҙ өсөн дә иҫтәлекле көн, күңелдә иң яҡты тойғолар уятыусы матур байрам, ә һеҙҙең өсөн икеләтә байрам,сөнки һеҙ яңыртылған, бөтә уңайлыҡтары булған мәктәпкә уҡырға килдегеҙ. Әйткәндәй, бөгөн районда 3 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә, шуларҙың 227-һе беренсе класҡа уҡырға килде. Барығыҙға ла яңы үрҙәр, уңыштар теләйем, – тине улар.

Тәбрикләүҙәр уҡыусыларҙың йырлы-моңло сағыу сығышы менән үрелеп барҙы. Бына көслө алҡыштар аҫтында майҙанға беренселәр сыҡты. Ап-аҡ банттар, алъяпҡыстар таҡҡан, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан малай һәм ҡыҙҙар тулҡынлана-тулҡынлана шиғыр һөйләне. Тәүге ҡыңғырауҙы яңғыратҡандан һуң, уҡыусылар тәүге дәрескә таралышты. Барлыҡ уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә яңыуҡыу йылы сағыу ваҡиғаларғабай булыуын, яңынан-яңыүрҙәр, ижади бейеклектәр яуланыуын теләйбеҙ.

Әминә Шәрипова, Сиҙәм ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы:
–Бөгөн Сиҙәм ауылы өсөн бик шатлыҡлы көн. Түҙемһеҙләнеп көткән капиталь ремонт эштәре тамамланып, яңыртылған белем усағы йәнә үҙ ишектәрен асты. Хәҙер мәктәп заманса мебель менән йыһазландырылған, бүлмәләр иркен, яҡты булып
ҡалған. Балалар сағыу төҫтәр менән балҡыған мәктәпкә ҙур теләк менән уҡырға йөрөрҙәр тип ышанабыҙ.
Гөлсинә Латипова, Быҙаулыҡ ауылы:
–Улдарым Илһам һәм Рамаҙан Һамар ауылы мәктәбе уҡыусылары. Бөгөн өлкән улым – 4-се, ә бәләкәсе 2-се класҡа уҡырға килде. Мәктәп капиталь ремонттан һуң асылыуына бик шатбыҙ, беҙҙән бигерәк балалар ҡыуана. Белем усағы күркәмләнеп, танымаҫлыҡ булып үҙгәреп, кабинеттар яҡтырып киткән.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас