

2026 йылдың ғинуарынан июленә тиклем республиканан 210 мең тоннанан ашыу иген һәм уны эшкәртеү продукцияһы экспортланған, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Тышҡы сауҙаны үҫтереү «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда поставкалар ике тапҡырға тиерлек артҡан: әгәр 2025 йылдың ғинуарынан июленә тиклем сит илгә 124,5 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукцияһы ебәрелһә, 2026 йылда был күрһәткес 210 мең тоннанан ашып киткән.
Экспорттың төп өлөшөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм техник культуралар тәшкил итә. Атап әйткәндә, республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре сит илгә 77 мең тоннанан ашыу бойҙай, 35 мең тоннаға яҡын етен, 20 мең тоннанан ашыу арпа, һигеҙ мең тоннанан ашыу борсаҡ һәм 1,58 мең тонна рапс оҙатҡан.
Экспорттың төп йүнәлештәре булып Әзербайжан, Беларусь Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Марокко, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстан тора. Сит илгә оҙатыр алдынан иген кәрәкле тикшереүҙәр үтә.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ватан компанияларына ярҙам итеү системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ дуҫтарса баҙарҙарға йүнәлеш биреү өсөн инструменттар индереүҙе күҙ уңында тота. Милли проекттың төп бурыстары: иң һөҙөмтәле ғәмәлдәге механизмдарҙы ҡулайлаштырыу һәм импортлаусы илдәрҙә Рәсәй бизнесы талап иткән инфраструктураны булдырыу буйынса эште көсәйтеү.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan