МИЛЛИ ПРОЕКТ
18 Июля , 16:11

300 миллион һумға тиклем аҡса биреләсәк

Ғаризалар 23 июлгә тиклем ҡабул ителә.

300 миллион һумға тиклем аҡса биреләсәк300 миллион һумға тиклем аҡса биреләсәк
300 миллион һумға тиклем аҡса биреләсәк

Башҡортостан студенттары университет стартап-студияларын үҫтереү программаһы буйынса Инфраструктура һәм мәғариф программалары фонды конкурсында ҡатнаша ала.

Был эштәр фән өлкәһенә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡыла, тип хәбәр иттеләр Республика ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһынан. Студенттарҙың стартап-студияһы юғары уҡыу йорттары уҡыусыларына һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә фәнни идеяларҙы, эшләнмәләрҙе аныҡ технология компанияларына әүерелдерергә ярҙам итә. Студенттар үҙҙәрен эшҡыуарҙар ролендә һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә.

— Башҡортостанда йәштәр бик әүҙем һәм талантлы. Студенттар конкурстарҙа ҡатнаша, бизнес менән хеҙмәттәшлек итә, предприятиеларҙа практика үтә һәм артабан үҙ эш урынын таба. Стартап-студия булдырыу буйынса был конкурс үҙеңде дәүләттән яҡшы финанслау менән ысын эшҡыуар ролендә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә. Студенттарға конкурстарҙа ҡатнашырға, үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарарға, уңыштары өсөн яуаплылыҡ тойорға, үҫешергә тәҡдим итәбеҙ, - ти республиканың Фәнни-белем биреү үҙәге идара итеү компанияһы директоры Андрей Кулаков.

Программа ғәмәлдә булған осорҙа бер еңеүсене финанслау күләме 300 миллион һумдан артмаҫҡа, йәғни өс йылдан ашмаҫҡа тейеш. Конкурс еңеүсеһе йылына йөҙ миллион һум самаһы аҡса алыуы мөмкин.

Юғары уҡыу йорттарынан ғаризалар 23 июлгә тиклем Берҙәм финанс дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеү порталында ҡабул ителә.

Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған "Йәштәр һәм балалар" милли проектына (национальный проект "Молодежь и дети") ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор:
Читайте нас