

“Иннопром-2026” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан Рәсәй төбәктәрен дронофикациялау милли рейтингында, “А” категорияһын алып, пилотһыҙ авиация системалары тармағы үҫешенең юғары кимәлен раҫлап, өсөнсө урын яуланы.
Был юғары баһа – республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) нигеҙендә алып барылған системалы эш һөҙөмтәһе. Ошо хаҡта Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр.
Рейтинг Рәсәй субъекттарының пилотһыҙ авиация системалары тармағы үҫеше буйынса комплекслы эшен баһалай. Төп критерийҙар – пилотһыҙ авиация системалары эксплуанттары эше өсөн уңайлы шарттар булдырыу, пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереү күләме, эксперименталь хоҡуҡ режимын тормошҡа ашырыу, белем биреү программаларын үҫтереү, тармаҡты популярлаштырыу, инфраструктураны булдырыу, һынап ҡарау һәм компетенциялар фәнни-етештереү үҙәктәренең барлығы.
Башҡортостан етештереү компетенцияһын, белем биреү инфраструктураһын, тармаҡ предприятиеларына ярҙам сараларын бер-бер артлы үҫтерә.
Сығанаҡ: Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы.