

Башҡортостанда йәшәгән уйлап табыусылар, рационализаторҙар “Йыл уйлап табыусыһы” IV Бөтә Рәсәй онкурсында ҡатанаша ала.
Ул Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығына ярашлы үткәрелә, төп бурысы – илдең технология лидерлығын тәьмин итеүсе уйлап табыусылар һәм рационализаторҙарҙың ҡаҙаныштарын популярлаштырыу, тип хәбәр итә республиканың Евразия фән-мәғариф үҙәгенең идара итеүсе компанияһы.
Еңеүселәр дүрт төп номинацияла билдәләнә: “Гран-при”, “Йыл уйлап табыусыһы”, “Йыл рационализаторы” һәм “Йыл остазы". “Йыл уйлап табыусыһы” номинацияһында технология лидерлығы буйынса милли проекттар (национальные проекты технологического лидерства) тематикаһына тап килгән туғыҙ йүнәлеш билдәләнгән.
Конкурста ҡатнашыуға төрлө йәштәге уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар: ғалимдар, инженерҙар, студенттар һәм уҡыусылар саҡырыла. Сара уҡыусыларға һәм студенттарға бөтә Рәсәй кимәлендә үҙҙәрен танытырға, Рәсәй фәндәр академияһының, инженерлыҡ вуздарының алдынғы ғалимдары баһаһын алырға, шулай уҡ Гран-при өсөн 1 000 000 һумға тиклем булған етди приздар өсөн көрәшергә мөмкинлек бирә.
Конкурста 61 еңеүсе һәм призер билдәләнә, бүләкләү тантанаһы ноябрҙә Мәскәүҙә үтә. Конкурс, ҡатнашыу шарттары һәм номинациялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: изобретатель-года.рф
Фото: gtrkrb.ru/novosti/