

Башҡортостандан Ҡытайға 1,2 мең тонна самаһы борсаҡ оҙатылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан. Тышҡы сауҙаны үҫтереү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.
Ҡуҙаҡлы культура партияһын Шишмә районындағы ауыл хужалығы предприятиеһынан оҙатҡандар. Ебәрер алдынан тауар мотлаҡ фитосанитар контроль үтә. Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығы белгестәре борсаҡты тикшерҙе, кәрәкле документтарҙы әҙерләне һәм һынауҙарҙы лаборатория тикшеренеүҙәренә йүнәлтте. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса хәүефле карантин организмдары асыҡланмай, ә продукция импортлаусы илдең талаптарына тап килә тип таныла.
Быйыл республикала борсаҡ сәсеү майҙандары 33 мең гектар тәшкил итте, тип билдәләнә. Был күрһәткес буйынса Әбйәлил, Благовар, Бүздәк һәм Шишмә райондары алдынғы.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) Ватан компанияларына ярҙам итеү системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ дуҫтарса баҙарҙарға йүнәлеш биреү өсөн инструменттар индереүҙе күҙ уңында тота.
Милли проекттың төп бурыстары иң һөҙөмтәле ғәмәлдәге механизмдарҙы ҡулайлаштырыу һәм импортлаусы илдәрҙә Рәсәй бизнесы талап иткән инфраструктураны булдырыу буйынса эште көсәйтеү.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.