МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Июня , 04:54

437 ғаилә ярҙам алды

Акция республикабыҙҙа ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр күплеген йәнә бер тапҡыр раҫланы.

437 ғаилә ярҙам алды437 ғаилә ярҙам алды
437 ғаилә ярҙам алды

Башҡортостанда ”Изгелектең ғаилә бумерангы” хәйриә акцияһы тамамланды.Ул “Ғаилә” милли проектына ярашлы  ойошторолдо. Ай буйына айырым кешеләр, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар  ауыр тормош хәленә юлыҡҡан балалы ғаиләләр өсөн кейем-һалым, китаптар, аяҡ кейеме, уйынсыҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерҙе.

Дөйөм тырышлыҡ менән 1400 бала тәрбиәләнгән  437 ғаилә ярҙам алды. Уларҙың араһында 408 ғаилә – күп балалы. 52-һе сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән һәм 92-һе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләре.

 Акция ваҡытында биш меңгә яҡын санитария-гигиена саралары, 1444 кейем, 279 пар аяҡ кейеме, 454 уйынсыҡ, 337 канцелярия тауары, 132 китап, 81 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, йыһаздар, коляскалар, түшәк кәрәк-ярағы, спорт ҡорамалдары тупланды.

“Акция республикабыҙҙа ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр күплеген йәнә бер тапҡыр раҫланы. Беҙ башҡалар тураһында уйлаған, хәстәрлек күрһәткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балалары менән бергә килеүенә лә һөйөндөк. Изгелек, яуаплылыҡ шулай тәрбиәләнә”, – тип билдәләне “Ғаилә” республика ресурс үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Ангелина Девятерикова.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Фото:"Бәйләнештә".

Автор:Дина Арсланова

Автор:
Читайте нас