

Әүҙем тормош яратыусылар 15 июндән 12 июлгә ҡәҙәр үткәрелгән конкурста – “Рәсәй спорты” дәүләт программаһының “Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй” реклама кампанияһына старт биреү уңайынан ойошторолған сарала ҡатнаша ала. Маҡсат – халыҡҡа спорт менән даими шөғөлләнеүгә этәргес биреү.
Ойоштороусылар – Рәсәйҙең Спорт министрлығы һәм Роскосмос. Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Ә спортсыларға Роскосмос космонавтары отрядына һайлап алыуҙағы күнекмәләрҙе үтәү тәҡдим ителә.
Ҡатнашыу өсөн “Бәйләнештә”ге шәхси сәхифәгә космонавтарҙың номативтары исемлегенән бер күнекмәне – йүгереү, ҡалҡыныу, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, йөҙөү һ.б. – башҡарыу барышы төшөрөлгән вертикаль видеояҙма ҡуйырға кәрәк. Унда “Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй” реклама кампанияһының аудио трегы яңғырарға, #спортпростокосмос хэштегы ҡуйылырға тейеш.
14 – 18 йәшлектәр араһында еңеүсе өсөн төп приз – Ю. Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү үҙәгенә экскурсия. Унан өлкәндәр араһында еңеүсе иһә космонавтар менән ысын күнекмә үтә аласаҡ.
Конкурстың ҡағиҙәләре, приздар хаҡында мәғлүмәт менән СПОРТПРОСТОКОСМОС.РФ сайтында танышырға мөмкин. Һөҙөмтәләр быйыл 3 августа иғлан ителәсәк.
Халыҡты әүҙем йәшәүгә ылыҡтырыу маҡсатында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы, 2025 йылдан “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ былтыр булдырылған “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) структураһына электән эшләп килгән “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты индерелде.
Фото: национальныепроекты.рф сайтынан.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan