

Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты сиктәрендә дөйөм алғанда 15,2 тонналыҡ ҡош-ҡорт колбасаһы партияһы әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Благовещен ҡалаһындағы “Черкизово” ҡошсолоҡ фермаһы етештергән продукция Әзербайжан Республикаһына оҙатыласаҡ.
Тикшеренеү һөҙөмтәләре продукцияның импортлаусы илдең ветеринария һәм санитария талаптарына тулыһынса тап килгәнен күрһәтте. Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, колбаса продукцияһында антибиотиктар, генетик үҙгәртелгән организмдар, башҡа хайуан төрҙәренән гендар эҙҙәре табылмаған. “Еcert” электрон системаһында экспортҡа оҙатылған партияға ветеринар сертификат бирелгән. Был 2026 йыл башынан Башҡортостандан Әзербайжанға ҡош-ҡорт колбасаһы продукцияһының икенсе тапҡыр оҙатылыуы, дөйөм күләм 29 тоннаға яҡын тәшкил итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.