

Мәғлүмәт моделен төҙөү технологияларын (артабан – ТИМ) ҡулланып эшләү тәжрибәһе булған проект һәм төҙөлөш компаниялары, архитектура бюролары, программа тәьминәтен эшләүселәр, шулай уҡ Башҡортостандың профилле вуздары студенттары халыҡ-ара ҡатнашлыҡта ойошторолған X Бөтә Рәсәй “ТИМ-лидерҙар 2025/26” конкурсында ҡатнаша ала.
Сара “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
Конкурстың бурыстары: Рәсәй программа тәьминәте нигеҙендә ТИМ менән эшләү тәжрибәһенә эйә компанияларҙы асыҡлау; Рәсәйҙең иң яҡшы ТИМ-белгестәренең ҡаҙаныштарын популярлаштырыу, дөйөм Рәсәй төҙөлөш комплексының конкурентлыҡ һәләтен тәьмин итеү; ысынбарлыҡтағы проекттар миҫалында төҙөлөш тармағын һанлаштырыу торошон анализлау.
Август айында конкурстың йомғаҡлау саралары үткәрелә. “Рәсәйҙә мәғлүмәт моделдәре технологияһының иң яҡшы тәжрибәләре” Х Бөтә Рәсәй тармаҡ конференцияһы һәм РФТөҙөлөш министрлығында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: building.bashkortostan.ru
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan