МИЛЛИ ПРОЕКТ
15 Мая , 17:50

Аграрийҙар 640 берәмектән ашыу яңы техника һатып алған

Атап әйткәндә, төбәк аграрийҙары 114 трактор, 37 иген йыйыу комбайны, 170-тән ашыу берәмек тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы, шулай уҡ башҡа ҡорамалдар һатып алған.

Аграрийҙар 640 берәмектән ашыу яңы техника һатып алғанАграрийҙар 640 берәмектән ашыу яңы техника һатып алған
Аграрийҙар 640 берәмектән ашыу яңы техника һатып алған

Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре 2026 йылдың ғинуарынан 643 берәмек ҡорамал һатып алған. Ауыл хужалығын заманса техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”)  милли проекты бурыстарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Атап әйткәндә, төбәк аграрийҙары 114 трактор, 37 иген йыйыу комбайны, 170-тән ашыу берәмек тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы, шулай уҡ башҡа ҡорамалдар һатып алған. Техника һатып алыу күләме күбеһенсә Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хужалыҡтарында билдәләнгән.

“Ябай булмаған иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре техниканы яңыртыу буйынса системалы эште дауам итә - айлыҡ күләм айына миллиард һум кимәлендә ҡала. Был етештереүсәнлекте арттырыуҙың төп факторы. Был эшкә Росагролизинг менән хеҙмәттәшлек ҙур өлөш индерә”, - тип билдәләне Башҡортостандың вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының төп маҡсаты - Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Шуға күрә ил кәрәкле продукттар менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
 

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас