

2026 йыл башынан «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») ярҙамында республиканан сит илгә 1,7 мең тоннаға яҡын иген һәм мал аҙығы культуралары орлоҡтары оҙатылған. Был хаҡта төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был ике тапҡырға күберәк, тип билдәләнә. Белгестәр йәмғеһе 89 партия орлоҡ материалын – кәрешкә, ҡандала үләне, эспарцет, люпин, люцерна, бойҙай һәм арпаны тикшергән. Йөктәр Беларусь Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәргә оҙатылған.
Ебәрер алдынан һәр партияның өлгөләре һайлап алына, тулы лаборатор тикшеренеүҙәр һәм һынауҙар үткәрелә. Карантинлы организмдар табылмаған, продукция импортер илдәрҙең фитосанитар талаптарына тулыһынса тап килә.
«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ватан компанияларына туранан-тура ярҙам системаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Милли проекттың төп бурыстары – һөҙөмтәле эшләүсе механизмдарҙы ҡулайлаштырыу һәм импортер илдәрҙә инфраструктура булдырыу буйынса эште көсәйтеү.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Динар Кәлимуллин.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!