МИЛЛИ ПРОЕКТ
7 Мая , 04:20

Һинең тауышың кәрәк!

Башҡортостанда төҙөкләндереү объекттары өсөн 393 меңдән ашыу кеше тауыш биргән.

Һинең тауышың кәрәк!Һинең тауышың кәрәк!
Һинең тауышың кәрәк!

21 апрелдә 2027 йылда төҙөкләндереү өсөн объекттар һайлау буйынса бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү башланды. Ул алтынсы тапҡыр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Башҡортостан Санкт-Петербург һәм Свердловск өлкәһе менән бер рәттән төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү буйынса өс лидер иҫәбенә инә, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Төбәктең иң әүҙем биш муниципалитеты иҫәбенә Салауат, Яңауыл, Дүртөйлө, Әбйәлил, Балтас райондары инде. Иң аҙ әүҙемлек Ҡыйғы, Мишкә, Көйөргәҙе, Йылайыр райондарында күҙәтелә.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ниндәй урындарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген үҙҙәре хәл итеү мөмкинлеге бар. Төҙөкләндереү объекттарын zagorodsreda.gosuslugi.ru берҙәм һанлы платформаһы, “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мобиль ҡушымтаһы, МАХ-та чат-бот ярҙамында, шулай уҡ “Добро.РФ” экосистемаһы нигеҙендә ирекмәндәр ярҙамында баһаларға һәм һайларға мөмкин

Тауыш биреү 12 июнгә тиклем дауам итә, шуға күрә үҙ фекереңде белдерергә өлгөрөү мөһим. Ниндәй парк, сквер йәки яр буйы яңы тормош аласағы – халыҡтан тора.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас