

“БалалариУм” балалар мәҙәни-ағартыу үҙәге Өфө балалар филармонияһында “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) сиктәрендә ойошторола. Ойошманың эше балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә һәм уларҙы Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенә ылыҡтырыуға йүнәлтеләсәк, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.
Һайланған исем үҙәктең милли колоритын һәм мәғәнәһен сағылдыра. Ул: “балалар” һәм русса “ум” һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.
Үҙәк үҙендә ете биләмәне берләштерәсәк, уларҙың күбеһе республикала тыуып-үҫкән күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең исемдәре менән аталасаҡ: “Заһир Исмәғилев” инструменталь коворкингы, “Фидан Ғафаров” вокаль коворкингы, “Вилдан Ғәлин” медиалабораторияһы, “Юрий Шатунов” тауыш лабораторияһы, “Инна Чурикова” ваҡиғалар оҫтаханаһы, “Сергей Аксаков” әҙәби ҡунаҡ бүлмәһе. Бынан тыш, үҙәктә “Бала саҡ” уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.
“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләү, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыу. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://web.max.ru/-68438752698426