МИЛЛИ ПРОЕКТ
7 Мая , 04:17

Эшҡыуарҙарҙы төбәктә бизнес алып барыу уңайлылығын баһаларға саҡыралар

Бизнестың фекерҙәрен йыйыу анкеталары иҡтисади эшмәкәрлектең 26 йүнәлеше һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлек буйынса бүленгән. Төп йүнәлештәр буйынса бөтәһе 39 һорау алыу урынлаштырылған.    

Эшҡыуарҙарҙы төбәктә бизнес алып барыу уңайлылығын баһаларға саҡыраларЭшҡыуарҙарҙы төбәктә бизнес алып барыу уңайлылығын баһаларға саҡыралар
Эшҡыуарҙарҙы төбәктә бизнес алып барыу уңайлылығын баһаларға саҡыралар

Эшҡыуарҙар Башҡортостандың Инвестиция порталында көнүҙәк темалар буйынса һорау алыуҙарҙа ҡатнашырға саҡырыла. Фекерҙәр бизнес ихтыяжын аңлау, шулай уҡ иҡтисади эшмәкәрлек субъекттары һәм власть араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек сифатын яҡшыртыу өсөн йыйыла. Эшҡыуарҙар өсөн кире бәйләнештең электрон формаларын үҫтереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында.

— Бизнес вәкилдәренән кире бәйләнеш алыу дәүләткә ҡануниәтте үҙгәртеү, бюрократик процедураларҙы ябайлаштырыу йәки ярҙам сараларын индереү буйынса эш талап ителгәнен аңлау өсөн мөһим процесс. Уҙған йылда республиканың Инвестиция порталында электрон һорау алыуҙар 2839 тапҡыр үтте, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Бизнестың фекерҙәрен йыйыу анкеталары иҡтисади эшмәкәрлектең 26 йүнәлеше һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлек буйынса бүленгән. Төп йүнәлештәр буйынса бөтәһе 39 һорау алыу урынлаштырылған. Һорау алыу өсөн авторлаштырыу талап ителмәй һәм порталдың барлыҡ ҡулланыусылары ла файҙалана ала.

Төбәктә инвестиция мөхитен һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу уңайлылығын һылтанма буйынса Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында баһаларға мөмкин.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас