МИЛЛИ ПРОЕКТ
7 Мая , 09:37

Беҙҙең университет та һайлап алынған

Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Беҙҙең университет та һайлап алынғанБеҙҙең университет та һайлап алынған
Беҙҙең университет та һайлап алынған

Пилотһыҙ осоу системалары өлкәһендә төбәк-ара үҙәктәрҙе асыҡ һайлау һөҙөмтәләре билдәле булды. Был “Пилотһыҙ осоу системалары” милли проектының (национальный проект "Беспилотные авиационные системы") “Пилотһыҙ осоу системалары өсөн кадрҙар” федераль проектына (федеральный проект "Кадры для беспилотных авиационных систем") ярашлы мөмкин булды.

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты һайлауҙы уңышлы үтте, Башҡортостанда пилотһыҙ осоу системалары өсөн кадрҙар әҙерләү өсөн берҙән-бер үҙәк булды. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Барлығы 57 белем биреү ойошмаһы ғариза биргән. Уларҙың 33-ө талаптарға яуап биргән. Улар араһында Өфө фән һәм технологиялар университеты бар. Юғары уҡыу йорто белгестәрҙе “Пилотһыҙ осоу системалары өсөн кадрҙар” федераль проектына ярашлы әҙерләйәсәк.

- “Пилотһыҙ осоу системалары өсөн кадрҙар” федераль проектында ҡатнашыу республикаға пилотһыҙ осоу системалары юғары технологиялы үҫешенә булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте вице-премьеры Александр Шельдяев.

 

Сығанаҡ, фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас