МИЛЛИ ПРОЕКТ
28 Апреля , 11:55

Сит илгә 60 тоннанан ашыу бал оҙатылған

Ошо көндәрҙә Сербияға 20 тоннанан ашыу татлы ризыҡ оҙатылды.

Сит илгә 60 тоннанан ашыу бал оҙатылғанСит илгә 60 тоннанан ашыу бал оҙатылған
Сит илгә 60 тоннанан ашыу бал оҙатылған

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  милли проекты сиктәрендә йыл башынан алып Башҡортостан Республикаһынан сит илгә 60 тоннанан ашыу бал һатылған. Ошо көндәрҙә Сербияға 20 тоннанан ашыу татлы ризыҡ оҙатылды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

Умартасылыҡ продукцияһын Өфө предприятиеларының береһе әҙерләгән. 200 литрлыҡ һауыттарға тейәлгән өс партия сәскә балы Рәсәй Федерацияһының дәүләт сигендә ветеринар күҙәтеү бүлеге белгестәре тарафынан һәм лаборатор тикшереүҙәр үтте, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк идаралығында.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан 103,7 тонна татлы аҙыҡ сит илгә сығарылған, был бер йыл элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға тиерлек күберәк. Дөйөм алғанда, уҙған миҙгелдә хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында тауар балын етештереү 5,6 мең тоннанан ашыу тәшкил итте (уҙған йыл кимәленә ҡарата 12,2%).

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас