

Башҡортостан вәкилдәре “Сәләмәт оҙон ғүмерлелек медицинаһы өсөн” Бөтә Рәсәй күсмә конференцияһында ҡатнашты. Сара Саранскиҙа “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелгән. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Сара барышында Сәләмәтлек үҙәктәрен үҙгәртеп ҡороуҙарҙың, йәш сирҙәрен иҫкәртеүҙең инновациялы технологияларын сафҡа индереүҙең, нейротехнологиялар һәм геропротекторҙар үҫешенең төп йүнәлештәре, шулай уҡ был өлкәләге төбәктәр тәжрибәләре ҡаралды.
2026 йылда Башҡортостанда, пилот проектына ярашлы, Өфөләге 18-се дауаханала Сәләмәт оҙон ғүмерлелек медицинаһы асыласаҡ. Уның төп эш йүнәлештәре – биологик йәште, ҡартайыу тиҙлеген билдәләү, туҡланыуҙың шәхсән программаларын булдырыу, хәрәкәт, когнитив, социаль әүҙемлек, “уңышлы олоғайыу” принциптарына уҡыу, “Һаулыҡ паспорты”н рәсмиләштереү, күҙәтеү.
Үҙәктә медицина профилактикаһы табибы, терапевт, диетолог, медицина психологы, дауалау физкультураһы буйынса инструктор-методист һәм шәфҡәт туташы эшләйәсәк.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.