МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Апреля , 05:10

Ҡайҙа тапшырырға белмәһәң...

Экологик акция ярҙамында иҫке автомобиль тәгәрмәстәрен махсус пункттарға тапшырыу мөмкинлеге бар. 

Ҡайҙа тапшырырға белмәһәң...Ҡайҙа тапшырырға белмәһәң...
Ҡайҙа тапшырырға белмәһәң...

Өфөлә ҡала халҡы йәнә “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына ярашлы уҙғарылған “Шиналы утилләштереү” экологик акцияһы ярҙамында иҫке автомобиль тәгәрмәстәрен махсус пункттарға тапшырыу мөмкинлегенә эйә булды. Был хаҡта ҡала округы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Диаметры 22 дюймға тиклем дүрт дананан артмаған автопокрышкалар физик шәхестәрҙән түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә: Үҙәк урамы, 35; Сосновская урамы, 60; Кузнецовский затон урамы, 22; Б.Шерстомойная урамы, 40; Трамвай урамы, 2а; Кемеровская урамы, 114; Пархоменко урамы, 202. Ҡабул итеү ваҡыты —10:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, ял көндәрһеҙ.

Ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар, шул иҫәптән шина монтажлау оҫтаханалары өсөн етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса айырым ҡануниәт талаптары бар, улар менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Билдәләп үтергә кәрәк, автомобиль тәгәрмәстәре ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамай, уларҙы контейнерҙарҙа, ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн бункерҙарҙа, контейнер майҙансыҡтары янында һәм йорт яны биләмәләрендә урынлаштырыу тыйыла. Көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын ойоштороу, йыйыу, сығарыу, утилләштереү һәм эшкәртеү ҡағиҙәләрен боҙоу административ яуаплылыҡҡа килтерә.

Өҫтәмә мәғлүмәтте Өфө хакимиәтенең экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлегендә +7 (347) 279-05-90 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылдағы указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас