

27–29 апрелдә Башҡорт дәүләт аграр университетында «Малсылыҡта яһалма интеллект технологияларын ҡулланыу» тип аталған Бөтә Рәсәй агрохакатоны уҙа. Ул «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектында (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) ҡаралған бурыстарға ярашлы ойошторола. Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Сарала ҡатнашырға тотош илдән аграр вуздарҙың студенттары һәм аспиранттары килә. Агрохакатон ике тәртиптә үткәрелә: ҡатнашыусылар Өфөләге юғары уҡыу йорто майҙансығында ла, ситтән тороп та эшләй ала.
Ике-өс кешенән торған командаларға өс көн буйы ысынындағы етештереү мәсьәләләрен хәл итергә тура килә. Бөтә эшләнмәләр ҙә ауыл хужалығы етештереүе өлкәһендә ғәмәдә ҡулланыуға йүнәлтелергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/...
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan