

Башҡортостан Республикаһында түләүле парковка урындарын бушҡа файҙалана алған граждандарҙың льготалы категорияларын теркәү өсөн электрон реестр эшләй башланы.
Электрон хеҙмәттәрҙе үҫтереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Проект эшләй башлағандан алып был льготаны 12 284 берәмек техника алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.
Транспорт сараһы тураһындағы мәғлүмәтте махсус реестрға индереү хеҙмәте 10 эш көнө эсендә башҡарыла. Хеҙмәтте алыу өсөн түбәндәгеләрҙе беркетергә кәрәк: транспорт сараһын теркәү таныҡлығы тураһында мәғлүмәт; транспорт сараһы паспорты; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1999 йылдың 5 октябрендәге 1122-се «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының таныҡлыҡтары тураһында»ғы Указына ярашлы бирелгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары танытмаһы — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2003 йылдың 19 декабрендәге «Хәрби хәрәкәттәр ветеранының танытмаһы тураһында»ғы 763-сө Указына ярашлы бирелгән хәрби хәрәкәттәр ветеранының танытмаһы — хәрби хәрәкәттәр ветерандары өсөн.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 17 декабрендә республиканың Дәүләт хеҙмәттәре порталында түләүле парковканан бушлай файҙаланыу хоҡуғын алыу өсөн электрон хеҙмәт эшләй башланы.
— Электрон реестр беҙҙең төбәктең льготалы халҡына Өфөлә түләүле парковкалар менән бушлай файҙаланырға мөмкинлек бирә. Граждандарҙы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки МФЦ офистарында ғариза биреп, махсус реестрға индерергә мөмкин, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының һанлы үҫеш идаралығы министры Геннадий Разумикин.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.