

Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты сиктәрендә иген һәм мал аҙығы орлоҡтары экспортын ике тапҡырға тиерлек арттырҙы, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Быйыл йыл башынан райондағы орлоҡсолоҡ хужалыҡтары сит илдәргә 800 тоннанан ашыу эспарцет, донник, люпин, люцерна, бойҙай, фацелия, арпа орлоҡтарын һатҡан.
Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға ҙур күләмдә орлоҡ оҙатылған. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 444 тонна ауыл хужалығы орлоғо һатылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проект буйынса республиканың агросәнәғәт комплексы 2030 йылға ауыл хужалығы продукцияһы экспорты күләмен 2021 йылғы кимәл менән сағыштырғанда 1,5–2 тапҡырға арттырыуҙы планлаштыра.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты илебеҙ компанияларына ярҙам системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ уларҙы дуҫ булған илдәрҙең баҙарҙарына үҙгәртеп ҡороу инструменттарын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Милли проекттың төп маҡсаттары – ғәмәлдәге иң һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу һәм импортлаусы илдәрҙең талаптарына ярашлы Рәсәй бизнесындағы инфраструктураны үҫтереү буйынса тырышлыҡты көсәйтеү.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrkrb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!