МИЛЛИ ПРОЕКТ
15 Апреля , 17:53

Аграр университетта агронетика үҙәге асылды

Республиканың аграр юғары уҡыу йорто йәштәр өсөн заманса һәм мауыҡтырғыс була бара. Әммә уңайлы инфраструктура булдырыу ғына мөһим түгел, төп бурыс – тармаҡта иртәгә эшләйәсәк профессионалдарҙы әҙерләү. 

Аграр университетта агронетика үҙәге асылдыАграр университетта агронетика үҙәге асылды
Аграр университетта агронетика үҙәге асылды

«Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») бурыстарына ярашлы, Башҡортостан дәүләт аграр университетында «Агронетика үҙәге» асылды. Ул ауыл хужалығы фәндәре өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡ булып хеҙмәт итәсәк. Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Майҙансыҡта фәнни тикшеренеүҙәр үткәреләсәк һәм заманса технологиялар һынап ҡараласаҡ. Үҙәк структураһына генетик тикшеренеүҙәр һәм селекция эше өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу-ғилми лабораториялар комплексы инә. Атап әйткәндә, агросәнәғәт комплексында интеллектуаль, пилотһыҙ системалар, ауыл хужалығы робот техникаһы һәм мехатроникаһы, малсылыҡта һанлы системалар буйынса лабораториялар тураһында һүҙ алып барыла.

"Республиканың аграр юғары уҡыу йорто йәштәр өсөн заманса һәм мауыҡтырғыс була бара. Әммә уңайлы инфраструктура булдырыу ғына мөһим түгел, төп бурыс – тармаҡта иртәгә эшләйәсәк профессионалдарҙы әҙерләү. "Агронетика үҙәге" – ул тәү сиратта үҫеш нигеҙе. Студенттарҙың, аспиранттарҙың һәм уҡытыусыларҙың бында ваҡытын үткәреүе генә түгел, ә көн һайын үҙҙәренең кимәлен күтәреүе, үҫешеүе һәм белемен киләһе быуындарға тапшырыуы мөһим", – тип билдәләне республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Милли проекттың төп маҡсаты – аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ил кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: www.bsau.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!     

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас