МИЛЛИ ПРОЕКТ
9 Апреля , 11:35

Хужалыҡтар орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән

Башҡортостанда илебеҙ селекцияһындағы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары өлөшө 80 проценттан ашып китә.

Хужалыҡтар орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгәнХужалыҡтар орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән
Хужалыҡтар орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән

Башҡортостан аграрийҙары 2026 йылғы сәсеү кампанияһын үткәреү өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Шул уҡ ваҡытта ватан орлоҡтары өлөшө 82 проценттан ашыу тәшкил итә.

Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) буйынса 2030 йылға ватан селекцияһы орлоҡтары менән тәьмин ителеш кимәлен 75 процентҡа тиклем күтәреү бурысы тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

– Яҙғы сәсеүҙе үткәреү өсөн төбәктә 267 мең тоннанан ашыу иген культуралары орлоғо һалынған. Был планға ҡарата 100 процент тәшкил итә. Шулай уҡ беҙҙең хужалыҡтар картуф, рапс, көнбағыш һәм соя орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Апрель башына шәкәр сөгөлдөрө орлоҡтары менән тәьмин ителеш 74 процент (шул иҫәптән ватан селекцияһы 37 процент), кукуруз 52 процент (35 процент) тәшкил итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылда Башҡортостанда 2 миллион 20 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү планлаштырыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас