Башҡортостанда бәләкәй агробизнесҡа иң һөҙөмтәле дәүләт ярҙамы саралары булып ташламалы кредиттар тора, йәғни дәүләт ташламалы күләмгә тиклем банктарға ставкаларҙы кәметеүҙе компенсациялай.
Был саралар “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) алып барыла, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
2026 йылда агросәнәғәт комплексында хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары өсөн ставка йыллыҡтың 6,65 процентын тәшкил итә.
-Республика фермерҙары ташламалы кредиттар менән әүҙем файҙалана. 2020 - 2026 йылдарҙа фермерҙар тарафынан 23 миллиард һумлыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар (субсидия күләме 815 миллион һум), шулай уҡ 12,7 миллиард һумлыҡ инвестиция кредиттары алынған (субсидия 243 миллион һум), - ти Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Быйыл республиканың бәләкәй агробизнес вәкилдәренә ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттарға 859 миллион һумлыҡ 114 заявка һәм 24 миллион һумлыҡ дүрт инвестиция заявкаһы хупланған.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.