Башҡортостанда «Ҡурсаулыҡ утрауҙарының дуҫтары» төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте «Ҡурсаулыҡ һаҡсылары легендалары» проектын башлай. Башланғыс «Экологик именлек» милли проектына (национальный проект «Экологическое благополучие») ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығында.
Президент гранттары фондынан бүленгән грант ярҙамында илдең 10 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан, 5 меңдән ашыу уҡыусы ҡурсаулыҡтарҙағы тәбиғәт донъяһы менән ижад, әкиәттәр һәм легендалар аша танышасаҡ.
Башҡортостан Республикаһы проекттың төп майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Төбәктә экологик мәғариф өлкәһендәге алдынғы эксперттар координаторҙар булып сығыш яһай. Проект операторы итеп Республика балалар экология-биология үҙәге билдәләнгән.
2026 йылдың яҙында һәм көҙөндә ижади лабораториялар, һүрәттәр конкурсы, уйын дәрестәре һәм мифик ижад буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Ә йәйгеһен социаль селтәрҙәрҙә интерактив уйын башлана. Унда балалар тәбиғәтте уйын форматында өйрәнә. Төбәктәрҙән командалар «Ладога шхерҙары» милли паркына (Карелия) ижади экспедицияға юлланасаҡ.
Көҙгөһөн Мәскәүҙә халыҡ-ара слетта «Ҡурсаулыҡ һаҡсылары легендалары» ижади фестивале була. Программаға тренингтар, ҡурсаулыҡ балы һәм уҡытыусылар өсөн семинар инә. Балалар эшләгән уникаль мәғлүмәти-методик продукттар проект һөҙөмтәһе буласаҡ.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Дамир Хайртдинов (Балтач таңнары).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!