Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
18 Март , 15:19

Буласаҡ һунарсылар тест үтә

Был хәүефһеҙлекте хәстәрләү маҡсатында ойошторола    

Буласаҡ һунарсылар тест үтә
Буласаҡ һунарсылар тест үтә

Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы граждандарҙы һунарға сығарыуҙа яңы тәртип индереү буйынса планлы рәүештә эшен дауам итә. Был саралар "Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы башҡарыла, тип хәбәр итә ведомтсво.

Министрлыҡта һунарсылыҡ минимумы программаһына ярашлы, белемде тикшереү буйынса сираттағы эш башҡарылған. Тәүге тапҡыр һунарсы билеты алыуға дәғүә иткән  18 кандидат һынауҙа ҡатнашҡан.   Был сара федераль ҡануниәттең яңы талаптарына ярашлы ойошторолған.

2025 йылдың 1 сентябренән мотлаҡ имтихан биреү берҙәм федераль өлгөләге һунар билетын алыусылар өсөн кәрәкле шарт булып тора. Был яңылыҡ буласаҡ һунарсыларҙың хоҡуҡ, биотехник, экология грамоталығы кимәлен күтәреүгә маҡсатланған.

Яңы процедура бюрократия ҡаршылыҡтарын булдырыу өсөн түгел, ә тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән. Бындай талаптарҙы тормошҡа ашырыу һунарсылыҡ биләмәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йоғонто яһаясаҡ.

-Мотлаҡ һунарсылыҡ минимумы – яуаплы итеп һунарсылыҡ менән файҙаланыуға мөһим аҙым. Ҡулына мылтыҡ алыусы һәр кем һунар итеү ҡағиәләрен генә белеп ҡалырға тейеш түгел, ә хәүефһеҙлек нормалары, биология нигеҙҙәре, ҡануниәт, этика тураһында ла белергә тейеш, – тинеләрТәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса башҡарыла. 

Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас