Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
17 Март , 09:22

Предприятие өсөн яңы мөмкинлектәр асыла

Дәүләт ярҙамы "Камея"ға килемен биш процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Предприятие өсөн яңы мөмкинлектәр асыла
Предприятие өсөн яңы мөмкинлектәр асыла

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы Нефтекаманан “Камея” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 1,57 миллион һумлыҡ тегеү машинаһы-ҡырҡылған кеҫәләрҙе эшкәртеү автоматын һатып алыуға ярҙам күрһәтте. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

Финанслау суммаһы 12 айға 1,26 миллион һум тәшкил итә. Яңы ҡорамалдар компанияға хеҙмәт сығымдарын 10 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирәсәк, был килемде биш процентҡа арттырыуға булышлыҡ итәсәк.

– Тегеү производствоһы продукцияның етештереүсәнлеген һәм сифатын күтәреү өсөн ҡорамалдарҙы даими яңыртыуҙы һәм модернизациялауҙы талап итә. Лизинг предприятиеларға килешеү ваҡыты дауамында түләүҙәрҙе бүлеп, яңы ҡорамалдар алыу мөмкинлеген бирә, — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

“Камея” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 30 йылдан ашыу махсус кейем етештереү өлкәһендә эшләй. Сауҙа маркаһы заманса мода тенденцияларына ярашлы эшләнгән медицина тәғәйенләнешендәге коллекцион кейем тәҡдим итә, шул иҫәптән 150-нән ашыу модель халат, костюм, блузка, туника, салбар һәм юғары сифатлы баш кейеме.

— Яңы ҡорамалдар бурысты тиҙ һәм сифатлы үтәй, әҙер продукцияны әҙерәк ваҡыт эсендә күберәк сығарырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, процесты автоматлаштырыу етешһеҙлектәр һанын кәметә. Был предприятие имиджына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, клиенттарҙы йәлеп итергә ярҙам итәсәк һәм медицина тәғәйенләнешендәге юғары сифатлы тауарҙар баҙарында брендтың конкурентлыҡ һәләтен арттырасаҡ, – тип аңлатма бирҙе “Камея” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш технологы Светлана Рәхимйәнова

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас