Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
14 Март , 18:02

Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

“Профессионалитет” студенттары федераль мәғлүмәт кампанияһының йөҙө булыу мөмкинлеге өсөн көрәшәсәк.

Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

“Йәштәр һәм балалар” (национальный проект “Молодежь и дети”) милли проектының “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашҡан колледждар һәм техникумдар өсөн “Киләсәк һөнәрҙәре” художество фотоһүрәттәре конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.

Студенттар өсөн был үҙ-үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге, ә колледждар һәм техникумдар өсөн - буласаҡ белгестәрҙең белем биреү процесына йәлеп итеүсәнлеген арттырыу: конкурсҡа тәҡдим ителгән фотоһүрәттәр йәш белгестең заманса образын күрһәтергә тейеш. Конкурста еңеү иң сағыу һәм ижади балаларға “Профессионалитет” федераль проектына ярҙам итеү федераль мәғлүмәт кампанияһының төп геройҙары булырға мөмкинлек бирәсәк.

Конкурс үҙенең алдына мөһим маҡсат ҡуя - эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, шулай уҡ иҡтисадтың 24 төп тармағы күрһәтелгән “Профессионалитет” федераль проектын популярлаштырыу. Фотоһүрәттәр 24 номинацияла баһаланасаҡ.

Колледж һәм техникумдарға ҡабул итеү кампанияһы алдынан конкурста ҡатнашыусыларҙың үҙ эшенең оҫталарын ниндәй итеп күҙ алдына килтереүҙәрен белергә мөмкин. Конкурс 2026 йылдың 10 мартынан 3 июненә тиклем дауам итә. “Профессионалитет” кластерҙарынан студенттарҙың фотолары менән ғаризалар 2026 йылдың 27 апреленә тиклем экспертум.рф платформаһында ҡабул ителә. Конкурсҡа өс жанрҙа (индустриаль фото, портрет һәм репортаж) төшөрөлгән фотоһүрәттәр тәҡдим итергә мөмкин.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас